Сығыштарҙа Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары менән бергә замандаш йәш шағирҙарыбыҙҙың ижад емештәре яңғырауы үҙенсәлекле силсиләнең – рухи эстафетаның дауам итеүе тураһында һөйләгәндәй булды. Залды тултырып килгән тамашасыларҙы үҙенсәлекле бер транс хәленә еткергәнсе йырлап, бейеп, милли музыка ҡоралдарыбыҙҙа уйнаусы музыканттарыбыҙ Миңдеғафур Зәйнетдинов, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Артур Кәбировтар сығыштары, айырыуса Урал Әминевтың Шәйехзада Бабичҡа арналған бейеү башҡарыуы кисәне музыкаль яҡтан биҙәп, Бабичтың талантлы сәхнә оҫтаһы булыуына ишаралаһа, әҙиптәребеҙ, әҙәби ижадҡа яңы ғына аяҡ баҫҡан йәштәребеҙ сығыштары кисәнең мәғәнәүи, йөкмәткеле яғын байытты һәм шәйехзадалар һалған миллилек, рухлылыҡ орлоғоноң уңдырышлы тупраҡта шытым биреүе тураһында фекер төйнәргә мөмкинлек бирҙе. Ошо кисәлә БР һәм РФ Яҙыусылар союздарына яңы ағзалар ҡабул итеү тантанаһы ла ойошторолдо. Әҙәбиәт, ижад берләштерә шул. Йылы үтте тамаша.
Бөйөк шағирыбыҙ исемендәге премияларға лайыҡ булған шағирҙарыбыҙ сығыш яһамаһа, кисә үҙ маҡсатына өлгәшмәгән булыр ине. Тамашасылар Фәрзәнә Аҡбулатова, Зөлфиә Ханнанова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина Лариса Абдуллина һәм Рәйес Түләктең шиғырын һөйләгән яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың сығышын алҡыштарға күмде.