Тарихҡа күҙ һалһаң, Башҡортостан менән Татарстан мөнәсәбәттәренең төрлө саҡтары булды. 90-сы йылдарҙа бергәләшеп, ярыша-ярыша “үҙ аллылыҡ” яуланыҡ, ике арала юлдар һыуынманы.
Ике меңенсе йылдар башы беҙҙең мөнәсәбәттәргә үҙе бер һынау булды. Шулай ҙа ике яҡлы бәйләнештәр өҙөлмәне, төрлө кимәлдә дауам итте. Сәнәғәт, иҡтисад, мәҙәниәт, айырыуса, спорт тармаҡтарында һиҙелер һәм һиҙелмәҫ ярыштар бер ваҡытта ла туҡтаманы.
Бер генә миҫал: Ҡаҙан заманса аквапарк төҙөп Башҡортостан халҡын үҙенә тартһа, беҙҙәге халыҡ-ара кимәлдәге “Янғантау”, “Красноусол”, “Яҡтыкүл”, “Танып” һәм башҡа курорттарҙа иң күп ял итеүселәр татарҙар ине.
Ике яҡтан бер-береһенә һалҡын бөркөлмәһә лә, күпселек теләгән йылылыҡҡа мохтажлыҡ һәр ваҡыт тойолдо. Хәҙер Татарстан һәм Башҡортостандың берлектәге хеҙмәттәшлеге өр-яңы, заманса, эшлекле кимәлгә күтәрелә. Ике көнлөк ифрат йөкмәткеле осрашыу ҙур башланғыстарға нигеҙ һала һәм киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов араһындағы һөйләшеүҙәр, ҡул ҡуйылған килешеүҙәр ҙур мәғәнәгә эйә. “Беҙ бергә яҡшыраҡ булдыра алабыҙ!” саҡырыуы бөгөн ике республика өсөн дә үтә мөһим.
Элегерәк, йәнәһе, ике республиканың мөнәсәбәттәренең ҡатмарлашыуы Мәскәү Кремленең йәшертен эше, тип ышаныусылар бар ине. Хәҙер ҙә ике туғандаш республиканың яҡынайыуын һәм хеҙмәттәшлеген юғарыла хупларҙармы икән, тигән шик ишетелеп ҡалды. Шик-шөбһә урынһыҙ, беренсенән, Кремлдең беҙҙән башҡа ла мәшәҡәттәре етерлек, икенсенән, Рәсәйҙең ике ҡеүәтле төбәгенең эшмәкәрлеге тотош дәүләт өсөн отошло һәм файҙалы.
Сәнәғәт, иҡтисад, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, мәғариф, спорт һәм туризм өлкәләре беҙ үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙән үҫәсәк кенә. Яңы тармаҡ – туризмды ғына алайыҡ. Башҡортотсандан Татарстанға сәйәхәткә барырға теләүселәр хәҙер күп. Башҡорттар Ҡаҙан ҡалаһы, Болғар тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһы, ә йәш быуын Иннополис ҡаласығы һәм башҡалар менән теләп таныша. Татарҙар беҙҙең шифаханаларҙа йыл һайын ял итә. Өфөнөң иҫтәлекле урындары, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ яҡтарының һоҡландырғыс тәбиғәте менән һоҡлана ала.
Беҙгә ҡалһа, үткән ике көндөң һәр миҙгеле, һәр ваҡиғаһы үткән заманда ҡалһа ла, улар киләсәккә төбәлгән. Бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылыуы, ике республика етәксеһенең милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыуы, Радий Хәбировтың Рөстәм Миңлехановтың хеҙмәттәрен юғары баһалап Салауат Юлаев ордены менән наградлауы ҙур мәғәнәгә эйә.