Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Апрель 2019, 11:38

Сәхнәнең сере юҡ. Ул үтәнән-үтә күренеп тора.

Һин нисек пьеса яҙаһың ул, тип һорайҙар минән йыш ҡына. Тәүҙәрәк аптырап ҡала инем, хәҙер ҡалыплашҡан яуабын таптым. Бер нимә лә уйлап тормайым, тормоштан алам, тип яуап бирәм. Бөтәбеҙ ҙә шул бер сәхнәнең, йәғни тормоштоң уйнаусылары бит.

Пьесаны яҙғас, кеше тәгәрәп көлөрлөк, илап йығылырлыҡ итеп ҡорорға кәрәк. Ҡороу минең һүҙ түгел. 90-сы йылдарҙа Назар Нәжмиҙең “Ағиҙел”дә мәҡәләһе сыҡты. Татарстандан Аяз Ғиләжев яҙған: “Назар, мин пьесаны яҙалар икән, тип уйлағайным, яҙмайҙар, уны ҡоралар икән”. Ҡороу һүҙен Нәжип ағай Асанбаев оҡшатманы. “Ҡорорға түгел, йөрәгең аша ҡанһыратып үткәрергә кәрәк”, – тине. Нәжип ағай ҙа дөрөҫ әйтә. Тимәк, йөрәгең аша ҡанһыратып ҡойорға кәрәк.
Тормош – үҙе бер театр, тинек. Бына өр-яңы миҫал: көньяҡтағы ҡалаларыбыҙҙың береһендә тәфтиш комитеты ике ҡатындың икенсе ҡатынды һәм уның алты айлыҡ балаһын үлтереүҙе ойоштороуҙа ғәйепләй.
Әгәр яҙыр булһам, был тормош драмаһының сюжеты яҡынса былайыраҡ ҡоролор ине: сәхнә асылғанға тиклем ҡатын һәм уның сабыйы хәбәрһеҙ юғала. Бөтәһе лә эҙләй, таба алмайҙар, зым-зыя юғалғандар. Кемдән күрергә, кемде ултыртырға белмәйҙәр. Ҡатындың тәүге ирен профилактика өсөн ҡулға алып, ботонан аҫып ҡуйыу ҙа файҙа бирмәй. Ир элекке ҡатынын һис икеләнмәй үлтерер ине, сөнки был ҡатындан зыян күп күргән, етмәһә, элекке бисәһе мөлкәтен тартып алған, ташлап киткән, бәхетһеҙ иткән, кеше араһында хурлап һөйләгән, еңел холоҡло булған һ.б. Артабан сюжет ҡатмарлаша, бер нисә ваҡ-төйәк деталь аша юғалған ҡатындың дошмандары күп икәнлеге асыҡлана. Хатта был ҡатынды юҡ итеп, кемдер донъяны ҡотҡарып ҡалған һымаҡ. Бер-ике кешене, мин үлтерҙем, тип ғәйебен таныуҙы ла күрһәтергә мөмкин. Хәлдәр ҡуйыра бара, бер ни ҙә аңлашылмай, тамашасы кем файҙаһына иларға ла белмәй йонсой. Залды ташлап сығып ҡына китер ине, түләгән аҡсаһы йәл. Хәҙер билет ҡиммәт бит. Ана, “Зөләйхә күҙҙәрен аса” ла меңәр һум, ти. Ужас!
Шул ваҡыт баланың атаһы кем икәнлеге асыҡлана. Уныһы себен дә рәнйетмәҫ, тәүфиҡлы, инсафлы инсан, өҫтәүенә, депутат һәм башлыҡ урынбаҫарлығына кандидат. Үҙе килеп бандитҡа оҡшап тора, тот та, ат, йә аҫып ҡуй инде! Тик закон ғына тотоп тора. Ҡулға алғас та, ҡәбәхәт, әҙәм аҡтығы, вис кенә һөйләп бирә. Ҡатын менән сабыйҙы аҫып та ҡараған, һыуға ла батырған, ағыу ҙа эсергән һ.б. Ҡыҫҡаһы, был пьесаны ҡарағандан һуң һеҙҙең илау түгел, йәшәүгә ышанысығыҙ ҡалмаясаҡ. Бына шулай ҡорола пьеса, Аяз ағай ҙа, Нәжип ағай ҙа дөрөҫ әйткән.
Әгәр был юлдарҙы уҡыйһығыҙ икән, тимәк, һеҙ әле ялҡмағанһығыҙ. Шуға күрә дауам итәм. Алғы планға депутат ирҙең (урынбаҫарлыҡҡа кандидат) законлы ҡатыны сыға. Ул үҙе бер фәрештә икән, килеп бай, миһырбанлы, тик балалары юҡ. Бөтә бәлә шунда, үҙенең апаһы аша үлтереүҙе (үәт, йүнһеҙ!) ошо балаһыҙ ҡатын ойошторған икән. Апаһына миллион тәңкә аҡса биргән, уныһы бер бандитты яллаған, аҡсаны аҙыраҡ биргән. 100 мең генә, шикелле. Бандит тигәнебеҙ әллә шуға үпкәләгән, әллә үҙе бер миһырбанлы бәндә булған, ҡыҫҡаһы, полицияға йүгереп барған һәм түкмәй-сәсмәй һөйләп биргән. Хәҙер тотоналар теге ҡатынды һелкетергә! Ғәйебен танып ҡына ҡалмай, иренә төртөп күрһәтә. Йәнәһе, теге юғалған балалы бисә уның урынбаҫарлығына аяҡ салырға самалаған. Уныһы төшөмлө урынды юғалтыуҙан ҡурҡып, законлы ҡатынын һөйәркәһен үлтереүҙе ойоштороуын һораған. Бына шундай Һантый Барбара.
Бына шундай театр. Төрөктәр әйтмешләй, төшөндөрә белдемме икән? Улар бер ваҡытта ла: “Төшөндөңмө?!” – тип һорамайҙар. Әҙәпле генә итеп: “Төшөндөрә белдемме?” – тип һорайҙар.
Бына шундай хәлдәр була беҙҙең арала. Шаршау ябыла.
Читайте нас: