Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров менән Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнеханов тантананы асып, туғандаш ике халыҡтың дуҫлығы, улар араһындағы берҙәмлектең тағы ла нығынасағы тураһында әйтте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар “Туҡайға” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин Туҡайҙың башҡорт әҙәбиәтенә йоғонтоһо хаҡында һөйләне.
Бөйөк Туҡай башҡорт һәм татар халыҡтарының дуҫлыҡ символы булып һынланһын, Радий Хәбиров әйткәнсә: “Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ”.