Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Апрель 2019, 11:02

Башҡортостанда Татарстан көндәре дауам итә. Беҙ бергә яҡшыраҡ булдыра алабыҙ!

Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфө һәр ваҡыттағыса гөрләп тора. Кисә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Татарстан Республикаһы сәнғәт оҫталарының ҙур концерты булды. Тамашасылар алдында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов сығыш яһаны.

– Татар халҡының теле, йолалары, тарихи тамырҙары һаҡланһын өсөн Башҡортостанда бөтәһе лә эшләнә, – тине Радий Хәбиров.
Халыҡ сәнғәт оҫталарының сығышын алҡыштарға күмеп ҡаршы алды. Ике туғандаш республика етәкселәре уртаҡ саҡырыу ҙа иғлан итте. “Беҙ бергә яҡшыраҡ булдыра алабыҙ!”
Өфө-Арена хоккей майҙанында ике республиканың спорт ветерандары осрашты һәм көс һынашты.
Бөгөн иртән “Нур” татар дәүләт театры алдында бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылды.
Читайте нас: