Республика етәксеһенә баш табип урынбаҫарҙарының күп булыуы оҡшамай. Уның күрһәтмәһенә ярашлы, 420 урынбаҫарҙың 176-һы ҡыҫҡартыласаҡ, янға ҡалдырылған 78000000 һум эш хаҡы медперсоналды дәртләндереү өсөн тотоноласаҡ.
Дауаханаларҙа табиптарға мөрәжәғәт итеү һаны артҡан, ләкин күпселек
осраҡта белгесте 6 көндән артыҡ көтөргә тура килгән. Ҡаты сирле кеше тиҙ арала
медицина ярҙамы алыуҙан мәхрүм. Ә инде эштәрҙе ойоштороу – баш табиптың төп
бурысы. Әгәр эшләй алмай, ойоштороуға һәләтһеҙ икән, урынбаҫарҙар ҙа ярҙам