Был нимә, юлбашсыны аҡларға теләүме, әллә ҡаты ҡулды һағыныумы? Социологтар был һорауҙарға яуапты күптән эҙләй һәм сәбәбен Рәсәйҙә барған иҡтисади тетрәнеүҙәр, социаль ғәҙелһеҙлек, көрсөк менән аңлата. Йәнәһе, Сталин тере булһа, анау олигархтарҙы халыҡтан тартып алынған байлыҡтары менән бүлешергә мәжбүр итер, ҡаҙнаны талаусыларҙы ҡаты хөкөмгә тарттырыр, эш хаҡын, пенсияларҙы арттырыр ине, тип өмөт итә.
Иң юғарыла әлеге мәғлүмәттәргә иғтибар иткәндәр, ләкин уны ҡулланма итеп алыу йәки уға таяныу хаҡында мәғлүмәт юҡ. Иң мөһиме шул, илдең тын алышы билдәле. Ябай халыҡ бөгөнгөһөнә ҡарағанда яҡшыраҡ тормошҡа өмөт итә.