Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2019, 10:59

Рәхим ит, Татарстан! Башҡортостанда Татарстан көндәре башланды.

Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы саралар сиктәрендә Татарстан көндәре үткәрелә. Өфөгә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов етәкселегендә ҙур делегация килә. Ҡунаҡтар Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашасаҡ, эшлекле һөйләшеүҙәр ойоштороласаҡ.

Татарстан делегацияһы вәкилдәре Өфөнөң сәнәғәт предприятиелары, уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү үҙәктәре менән танышасаҡ, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашасаҡ. “Татарстан-Башҡортостан” бизнес-форумы үткәреү ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ, тип көтөлә. Ошо форумда “Машиналар төҙөлөшө”, “Нефть сәнәғәте”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф”, “Ауыл хужалығы”, “Энергетика”, “Туризм” һәм башҡа мөһим тармаҡтар ҡараласаҡ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ике республиканың сәнғәт оҫталары ҙур тамаша күрһәтәсәк.
Бөгөн Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы бинаһында башҡорт һәм татар яҙыусылары түңәрәк өҫтәл үткәрәсәк, ижади пландары менән уртаҡлашасаҡ, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап аласаҡ.
18 апрель иртәнге сәғәт 8-ҙә Башҡортостан һәм Татарстан етәкселәре “Нур” татар дәүләт театры алдында бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыуҙа ҡатнашасаҡ. Бынан тыш төрлө түңәрәк өҫтәлдәр, мәҙәни саралар, спорт ярыштары ҡаралған. Әлбиттә, хоккейһыҙ ҙа булмаясаҡ. Ике республиканың ветерандары боҙ майҙанында осрашасаҡ һәм көс һынашасаҡ.
Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр!
Фото: Рустам Минниханов (@rusminnikhanov) • Instagram photos and videos
Читайте нас: