Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2019, 13:11

Беҙҙе Бабич рухы саҡыра. Һеҙҙе шиғриәт кисәһендә көтәләр.

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы БР мәҙәниәт министрлығы менән берлектә бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың һәләк булыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Ал да нур сәс халҡыңа” тип аталған шиғри-музыкаль кисә ойоштора. Шиғриәт байрамы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы сиктәрендә үткәрелә.

Тамашасылар алдында билдәле шағирҙар, танылған йыр-моң оҫталары, бейеү ансамблдәре сығыш яһаясаҡ.

Кисә 19 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 19 сәғәттә башланасаҡ. Рәхим итегеҙ, шиғыр һәм йыр яратыусылар!
Читайте нас в