Жюри, ғәҙәттә, прозаны сәхнәләштергән өсөн төп бүләктәрҙе бирә һалып бармай. Шуға күрә иң юғары наградаларға иҫәп тотоу хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Күпселек осраҡта “Алтын битлек”тең иң һәлмәктәрен Мәскәү театрҙары үҙ-ара бүлешә, тигән үпкә электән йәшәй. Провинциалдар өсөн номинант булыу ҙа, йәғни, дәғүә итеү ҙә еткән, тип иҫәпләүселәр ҙә күп.