Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, пассажирҙарҙы ташыу мәсьәләһе Өфө өсөн элек-электән хәл ителмәҫлектәй тойолған етешһеҙлеккә әйләнгәйне. Ни өсөн, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үҙенең хужаларына йыл һайын 2-3 миллиард һумдан 4-5 миллиард һумға тиклем табыш килтереүсе өлкә насар эшләргә тейеш?
Иғлан ителгән үҙгәртеп ҡороуҙар, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә “Башавтотранс”тың яңынан ҡушылыуы быға тиклем күпселек күләгәлә эшләүсе ярым-криминал бизнесты һалым түләргә, законлы тәртиптәргә буйһонорға, рәсми ҡағиҙәләр менән эш итергә мәжбүрләне. Был, әлбиттә, ошо бизнестың күләгәһендә тороусы хужаларға оҡшамай. Хатта улар реформаларға аҫтыртын рәүештә аяҡ сала, тигән шик тә бар.
Эйе, төшөмлө маршруттарҙа автобустар туҡталыштарға һыймай, һәр пассажир өсөн автобустар бер-береһен төкәтергә әҙер, хәүефһеҙлек хаҡында уйлаусы юҡ, юл-транспорт ваҡиғалары ҡабатланып тора. Ә алыҫ төбәктәрҙә, пассажирҙар һирәк булған маршруттарҙа автобустарҙы сәғәттәр буйы көтөргә тура килә һәм халыҡтан ялыуҙар ҙа күбәйә.
Бындай шарттарҙа “Башавтоторанс” предприятиеларына төп ауырлыҡты үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Әлбиттә, уларға дәүләт субсидияларынан тыш зыянды ҡаплау мөмкин түгел, ә шәхси предприятиелар, шул уҡ ваҡытта, көн һайын табыш менән эшләй.
Һарыҡтар ҙа теүәл, бүреләр ҙә туҡ булһын өсөн нимә эшләп ҡарарға икән? Һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?