Башҡортостандан да бер нисә тиҫтә депутат һайланды һәм ҙур Кремль һарайында урын алды. Тәүге сессия, бәхәсле сығыштар һәм алыштар, көнө-төнө телевизорҙан күрһәтәләр. Тик ниңәлер беҙҙең депутаттарҙың бәхетле йөҙҙәрен телекамералар урап үтә. Бер нисә депутат менән электән, әле лә яҡындан аралашам, үҙҙәренән интервью алырға, эштәре хаҡында яҙырға тура килгәйне. Беренсе съездан ҡайттылар, интервью алабыҙ, әңгәмәләр ҡорабыҙ. Һүҙ араһында, һеҙҙе ниңә телевизорҙан күрһәтмәйҙәр, тип аптыранабыҙ. Белмәйбеҙ, тиҙәр, әйтеп тә ҡарайбыҙ, тыңламайҙар, тип зарланалар.
Икенсе съезд бара, йәйге эҫе көндәр. Депутаттар йонсоған, иртәнән алып кискә тиклем Башҡортостандан һайланған депутаттарҙы телевизорҙан күрһәтәләр. Төрлө ҡиәфәттә, иң ныҡтар гәзит уҡый, йә нимәлер яҙа. Йонсоғандар йоҡлай, һис юғы, йоҡомһорай. Күренеп тора, бындай иғтибарға риза түгелдәр. Барыбер күрһәтәләр, беҙ ҡәнәғәт, депутаттарыбыҙ иғтибар үҙәгендә. Әлбиттә, ойомаған саҡтарында. 7-8 сәғәт буйы камера аҫтында, томра залда уяу ултырыу анһат түгелдер. Беҙҙекеләр тырыша, бирешмәй.
Съездан ҡайтҡас, хис-тойғоло әңгәмәләр. Һеҙҙе күрһәттеләр бит, тип ҡыуанышабыҙ. Һүҙҙе икенсегә бороп ебәрәләр. Аҙаҡ бер депутат, ярай, Вафиров Ғафир Мансур улы булһын, серҙе асты.
– Кәрәкле кешеһен табып, мул ғына һауыт менән бал тотторғайныҡ, риза булдылар, камералар беҙгә боролдо. Күршеләр көнләшә, беҙ шат. Тәүҙә үҙебеҙгә лә оҡшағайны, алдан уҡ әҙерләнгәйнек. Ни тиһәң дә, иғтибар үҙәгендә беҙ бит. Ике-өс көндән һуң ҡыуанысыбыҙҙың тамсыһы ла ҡалманы. Йоҡлау түгел, күҙ йомор хәл дә юҡ, камералар беҙгә төбәлгән. Операторҙар менән һөйләшеп ҡарайбыҙ, риза түгелдәр, һеҙ нәмә, беҙҙе эшһеҙ ҡалдырырға итәһегеҙме әллә, беҙгә шулай ҡушылған, тип баш тарталар. Дүрт көндән һуң делегацияның рәсми башлығы Обкомдың элекке беренсе секретары Р. Х. Хәбибуллин ошо мәсьәлә буйынса махсус кәңәшмә үткәрҙе. “Ҡайһығыҙҙың эше? Кем ойошторҙо? Немедленно прекратите это безобразие!” – тип ғәйеплене табырға тырыша, яза менән ҡурҡыта. Беҙ шым ултырабыҙ, өндәшмәйбеҙ.
Беҙ бал бүләк иткән яуаплы иптәште эҙләп ҡарайбыҙ, юҡ, ул бында килгеләп кенә йөрөй, эш урыны Останкинола икән. Саҡ таптыҡ, ул да риза түгел. “Вопрос согласован”, – тип тик тора.
Аптырағас, тағы бер феләг бал килтереп, тотторорға тура килде, шунан һуң ғына туҡтанылар.
Бына шулай башҡорт балының ҡөҙрәте, теләһәң, күрһәтә, теләмәһәң, туҡтата.