Ошо аҙнала республика ҡалаларының мәңге ремонт күрмәгән подъездарында ремонт эштәре дәррәү башланды. Әлбиттә, был эш еңел түгел. Ремонт эштәре өсөн конкурс саралары үткәреү, бригадаларҙы туплау шаҡтай мәшәҡәтле эш. Иң мөһиме, эш башланды. Йүнәтеү өсөн йылы миҙгелгә өҫтөнлөк бирелеүе осраҡлы түгел, эштәр сифатлы буласаҡ.
Ҡайһы бер подъездарға инһәң, ундағы мәхшәрҙе күреп, бында йәшәү түгел, йүгереп ҡасаһы килә. Ни хәл итәһең, 30-40 йыл буяу күрмәгән подъездар бар. Шунда йәшәүселәр үҙҙәре лә аптырай, бында нисек көн итмәк кәрәк, тиҙәр. Матур, уңайлы шарттарҙа ла йәшәргә өйрәнергә кәрәк икән шул.