– Йәнде көйҙөрһәләр, алдым булды китабымды нәшриәттән. Гарбачтың "Эскелеккә ҡаршы көрәше"нә һылтанып, эсеүҙе һүрәтләгән хикәйәләремде бөтөнләй алып ташларға йә ул урындарын хикәйәнән алып ташларға ҡушалар...
– Һуң, йәлме ни, һыҙ ҙа ташла ул урындарын хикәйәләреңдең, – тип кәңәш бирҙем.
– Бөтә бәлә шунда шул: хикәйә геройҙарымдың ҡылыҡтарын бер нисек тә айныҡ кешенеке тип әйтеп булмай. Хатта араҡыны ҡымыҙға алмаштырып ҡараным...
– Шунан?
– Ултырған да шыуған. Во-первых, уларҙы ҡымыҙ эсереп иҫертеп, ундай ҡылыҡтар эшләтер өсөн кәмендә йылҡысылыҡ фермаһы кәрәк, во-вторых, ҡымыҙ барыбер ҙә уҡыусыны ышандырмай...
...Китабында эскелеккә бәйле яҙмаларын алып ташланы ул. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ. Уларҙан спирт еҫе сыҡмаһа ла, "Буранбайлыҡ" аңҡып тора!