Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Апрель 2019, 13:09

Динле, тимәк, иманлы. Күңелдәрҙе сафландырыр һәм сәләмәтләндерер инанысыбыҙ.

Ҡарағыҙсы, әлеге ҡыҙ баланың доға ҡылыуына. Бар донъяны именлеккә һәм муллыҡҡа әйҙәүсе көс һымаҡ беҙҙе барлыҡ бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалап торғандай. Беҙ бәләкәйҙән әсәй-өләсәйҙәрҙән тыңлап үҫкән, меңәр йылдар буйы илдән-илгә, телдән-телгә күскән доғалар һәр ваҡыт изгелеккә әйҙәй. Сабый баланың доғаһы шунда уҡ ҡабул ителә, тиҙәр. 19 апрелдән 20 апрелгә ҡаршы төндә Бараат кисе асыла. Ошо кистә әлеге доғаны тыңлап, изге ниәттәр ҡылайыҡ.

Ҡ. Исламов.
Читайте нас: