Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Апрель 2019, 11:21

Беҙгә генә фәҡирлектән йонсорға тимәгән. Исмаһам, депутаттарыбыҙ мул йәшәһен.

Һәр йылдағыса Рәсәй Дәүләт думаһының Башҡортостандан һайланған депутаттары үҙҙәренең былтырғы килемдәре хаҡында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Хөрмәтле йәмәғәт, беҙ, исмаһам, үҙебеҙҙең депутаттарыбыҙ өсөн борсолмай йәшәй алабыҙ. Ҡыҫҡаһы, уларға фәҡирлек һәм аҡсаһыҙлыҡ янамай.

Көнө-төнө халыҡ тураһында уйлау, һайлаусыларыңдың мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн өр-яңы закондар ҡабул итеү, ябай кеше бәхете өсөн властың иң юғары эшелондарында өҫтәмә түләүҙәр талап итеп, Хөкүмәт менән көнө-төнө көрәшеү, бейек трибуналарҙан фәҡирҙәрҙең етеш йәшәүе мәнфәғәтендә иң туң күңелле чиновниктарҙың күңеле ирерлек һүҙҙәр әйтеү мул һәм тос эш хаҡына лайыҡ. Әгәр юғарыла һаналғандарҙың киреһен раҫлаусылар табылһа, улар төптө хаталана һәм етди тәрбиәгә мохтаж. Ә инде бындай туҙға яҙмаған киҫкен һәм ҡәтғи сараларға мохтаж түгел икәнһегеҙ, күндәм генә уҡығыҙ.
2018 йылда Дәүләт думаһы депутаты, “Гражданлыҡ платформаһы” фирҡәһе
рәйесе Рифат Шәйхетдинов 23 миллион 400 мең һум табыш алған, фатиры (433
кв.м.), ер майҙаны (1,5 мең кв.м.), ҡатынының Рәсәйҙә (859 кв.м.), Италияла
(175 кв.м.) өйҙәре бар. Машиналарын һанап тормайбыҙ, йәйәү йөрөмәйҙәр.
Депутатлыҡҡа бизнестан килгән, тимәк, боло етерлек. Унан ҡала депутаттар Илдар
Бикбаев (8 миллион 300 мең һум), Рафаэль Мәрҙәншин (6 миллион 800 мең һум),
Римма Баталова (6 миллион 700 мең һум), Алексей Изотов (6 миллион 300 мең һум),
ҡалғандарҙыҡы 5 миллион һумдан 4 миллион 600 мең һумға тиклем. Һеҙ нисектер,
беҙ кеше аҡсаһын һанап ялҡтыҡ. Өҫтәп шуны әйтәбеҙ, күпселек депутаттар үҙ
вазифаһына ифрат яуаплы ҡарай, һайлаусылары мәнфәғәттәрен ҡыйыу яҡлай, хәйриә
сараларында ҡатнаша, ҡыҫҡаһы, тапҡан табышы менән уртаҡлаша белә. Йәшәһен хөрмәтле,
ҡәҙерле һәм ҡиммәтле депутаттарыбыҙ!
Читайте нас: