Ағиҙел
+19 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Апрель 2019, 18:01
Сибай, Баймаҡ, Әбйәлил башҡорттары һәләк булған. Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Кисә кис “Ларгус” автомобиленә ултырып, эшкә киткән булғандар. Уларҙың тыуған яҡтарында ҡалған яҡындары иртән үҙҙәрен ҡайғылы хәбәр менән уятырҙарын белмәгәндәрҙер. Төндә Пенза өлкәһендә ҡот осҡос авария була – “Ларгус” “МАЗ” автомобиле менән бәрелешә һәм биш кеше, эшкә барабыҙ, аҡса эшләйбеҙ, ғаиләләребеҙҙе ҡарайбыҙ, тип изге маҡсаттар менән йөрөгән эшкә һәләтле ирҙәр, һәләк була.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров иртән оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең яуаплы ағзаларына мәрхүмдәрҙең яҡындарына ярҙам итергә, транспорт бүлергә, ерләү эштәрен ойошторорға ҡушты.
Читайте нас: