“Кисенбикә юлы” хаҡында тәнҡитселәр киләсәктә, бәлки, үҙ һүҙен әйтер, һәр хәлдә, шулай уйлайбыҙ, ә бына уҡыусыларҙың фекере билдәле инде. Әҫәр былтыр октябрь һанында донъя күргән һәм ике меңдән ашыу тираж менән таралған. Бынан тыш 20 октябрҙә сайтҡа (agidel.rbsmi.ru) ҡуйылған һәм ошо көнгә тиклем, йәки ярты йыл эсендә 2750-нән ашыу кеше уҡыған. Халыҡ уҡымай, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынмай, яҙыусылар тормоштан ситләште, тип ғәйеп ташлаусыларға яуап һымаҡ яңғырай был фәһемле һандар. Салауат Әбүзәрҙе Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ шағир итеп белә инек, хәҙер ул прозала ла үҙ юлын тапты, хатта ҡайһы бер яҙыусыларыбыҙ көнләшеп уҡырлыҡ әҫәрҙәр яҙа.
“Кисенбикә юлы” урта мәктәптә уҡытыу программаһына индерерлек әҫәр. Тик ҡайһы бер ҡәләмдәштәребеҙ Кисенбикәне Киҫәнбикә тип атап хаталанмаймы икән? Кисенбикәме, әллә Киҫәнбикәме? Ҡайһыһы дөрөҫ? Автор үҙе нимә ти?
– Башҡорт донъяһында Таңһылыу, Айһылыу, Айбикә, Таңбикә, Көнһылыу һымаҡ исемдәр баланың тыуған ваҡытына ҡарап бирелгән. Кисенбикә, тимәк, кис тыуған, – ти Салауат Әбүзәр.
– Киҫәнбикә, Киҫенбикә нимә аңлата? Белмәйем. Ә Кисенбикә, үҙе үк һөйләп тора, кис тыуған сабыйҙы шулай атағандар, – ти тарихсы һәм яҙыусы Йыһат Солтанов.
Бәхәс өсөн урын юҡ, тиер күпселек һәм хаҡлы булыр. Эштең асылы повестың исемендә түгел, уның уҡыусылар араһында таралыуында. Ошо урында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың 90-сы йылдарҙа яҙылған “Баҙар балтаһы” исемле поэмаһы иҫкә төшә. Әҫәр “Ағиҙел”дә сыҡҡас, әҙиптәр араһында бик таралып китте. Хатта лаҡап та сыҡты: имештер, йәнәһе, шағирҙар сират тороп Бикбайҙың баҙар балтаһын ялай. Эйе, бик һирәктәр генә баҙар хаҡында шиғыр яҙманы. Хәҙер ҙә шулай булмағайы. Кисенбикә хаҡында яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙылһа, ғәжәпләнмәгеҙ. Беҙ быны ябай ғына итеп Кисенбикә менән ултырып сәй эсеү, тип аңлатырбыҙ. Әйткәндәй, баҙар балтаһын кинәнеп ялағандарҙың шиғырҙарын берәйегеҙ хәтерләйме? Мин – юҡ. Ә Бикбайҙың “Баҙар балтаһы” һаман да өҫтөбөҙҙә эленеп тора.