Үкенескә ҡаршы, беҙ юмор тигәндә күберәк бил тирәһендә уралабыҙ. Был, минеңсә, дөрөҫ түгел. Былтыр булдымы икән, “Туған тел” каналында бер юмор оҫтаһының (Данир Сабиров түгел) сығышы күҙемә салынды. Юҡ, юҡ, әрләргә ашыҡмағыҙ, осраҡлы ғына күреп ҡалдым. Нимә хаҡында һүҙ бара инде? Бер егет армияға китә алмай йонсой, кәүҙә ауырлығы етмәй икән. Ашарға, картуф, һөт-ҡатыҡ тәҡдим иткәндәр, файҙаһы юҡ. Малай турыҡмай. Бер аҡыллы баш кәзә имергә ҡушҡан. Ҡыҫҡаһы, кәзәне йыл буйы имгән. Концерт Ҡаҙан тирәһендә бара, зал туп-тулы, күбеһе, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ, барыһы ла ҡәнәғәт, тәгәрәп ятып көләләр. Йыл буйы имгән кәзә, кәзәнең ниндәй ләззәттәр кисереүе хаҡында иң кәмендә бер утыҙ минут ауыҙын сәпелдәтеп һөйләне. Әле уйлап торам, шу... булманымы икән? Мине, ғәфү итегеҙ, нимә менән бөтөүен белһәм дә, ҡыҙыҡһындыра, нисек бөтөрөр. Был һалдатҡа ҡустыһы килеп ҡушылып, бергәләп имделәр кәзәне. Татарҙар ҡәнәғәт. Тәгәрәшеп көләләр, кәзә, уларҙан ҡалмай, эйәреп йөрөй. Һуңынан шул асыҡланды: кәзә тигәндәре кәзә түгел, кәзә тәкәһе булып сыҡты. Халыҡ хахылдап көлә, мин һүндереп ҡуйҙым. Бындай юмор билдән түбән дә түгел, кәзә тәкәһе кимәлендә.
Бына юморҙың кимәле, бына ни өсөн аҡсаһын түгә арзанлы тамашасы. Әле күҙәтеп барабыҙ, Данир Сабировтың Ишембайҙа, Өфөлә концерты була, әртис сирләгән, концертын күсергәндәр, тигән хәбәрҙәр ишетелеп ҡала. Тәүбә, әстәғәфирулла, тәүбә! Шундай мәсхәрәнән һуң да килергә, концерт ҡуйырға батырсылыҡ итерме икән?
Бер нисә йыл элек Әлмәт татар дәүләт театры “Нур” театры сәхнәһендә беҙҙең милләттән көлөүсе әҫәр менән сығыш яһап, Өфөнән ҡыуылғайны. Хәҙер күренгәндәре юҡ. Халыҡты Данир Сабировтан ҡотҡарып булмаҫмы икән? Ошо хаҡта һеҙ нисек уйлайһығыҙ?