2016 йылда ШОС һәм БРИКС самиттарынан һуң, хәтерләйһегеҙме, Рәсәй Президенты В. В. Путин хәбәрселәргә нимә тип әйткәйне? Эйе, тап шулай, рус телен һәм башҡорт телен өйрәнегеҙ, тигәйне. Әйтте генә түгел, ҡәтғи күрһәтмә биргәйне. Үкенескә ҡаршы, был күрһәтмәне ул саҡтағы республика етәкселеге ҡабул итмәне, беҙ ҙә әүҙемлек күрһәтмәнек һәм өс йылды юғалттыҡ.
Заман бер урында тормай, яңынан-яңы талаптар ҡуя. Ул талаптар үтәлмәҫлек түгел. Тик уларҙы беҙҙең өсөн берәү ҙә тормошҡа ашырмаясаҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙең эште ойоштора белеүебеҙҙән, талапсанлыҡтан, һәләтлелектән тора. Берәү ҙә инҡар итмәҫ, әсә теленә өйрәнеү ғаиләнән башлана. Әгәр беҙ үҙебеҙ һөйләшһәк, балаларыбыҙҙы өйрәтһәк, башҡаларға өлгө күрһәтһәк, башҡорт теленә ҡалғандар ҙа ылығасаҡ, өйрәнергә теләк белдерәсәк.
Фотола: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа тәүгеләрҙән булып трибунанан башҡортса телмәр тотоусы депутат Әлфәрис Байсурин.