– Биш йәшем тулғанға тиклем мин Ишембай районының Һайран ауылында йәшәнем һәм башҡорт телендә генә һөйләшә белдем, – тине Радий Фәрит улы. – Һуңынан ҡалаға күскәс тик русса ғына һөйләштем һәм туған телемде онота башланым. Уҡытыусылар, башҡорт телен белеүем кимәле өсөн миңә икеле ҡуймауығыҙҙы һорайым. Хәҙер миңә 55 йәш, мин яңынан туған телемә әйләнеп ҡайттым. Шуны әйткем килә, беҙҙең телебеҙ ҡеүәтле һәм таҙа. Беҙгә һеҙҙең менән бер нисә мәсьәләне хәл итергә кәрәк: балаларҙы башҡортсаға өйрәтеү, телдең абруйын күтәреү, уны һаҡлау һәм быуындан-быуынға тапшырыу өсөн ниндәй юлды һайларға? Беҙ һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе ишетергә теләйбеҙ. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ бергәләп барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Уҡытыусылар Радий Хәбировтың сығышын алҡыштар менән ҡабул итте. Ысынлап та, шатланмаҫлыҡ түгел, туған телдәрҙе уҡытыу иң юғары кимәлдә ярҙамға һәм теләктәшлеккә мохтаж.
Съезд сиктәрендә уҡытыусылар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, күргәҙмәлә
өр-яңы уҡыу-уҡытыу технологиялары менән танышты. Хәҙер әсә телен уҡытыу өсөн
элекке алымдар ихтыяж менән файҙаланылмай, бының өсөн интерактив ҡорамалдар һәм
юлдар эҙләргә тура килә. Күргәҙмә майҙандарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыларына боронғо әкиәттәргә нигеҙләнгән компьютер уйындары, өр-яңы
программалар тәҡдим ителде. Яңы уҡытыу сараларын киңерәк һәм йылдамыраҡ
индерергә кәрәк. Сөнки беҙ һуңға ҡалып барабыҙ.