Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Апрель 2019, 10:56

Данир Сабиров ғәфү үтенә. Тик был осраҡта ғәфү үтенеү генә етәме?

Күршеләрҙең бәғзе “сәхнә оҫталары” үҙҙәренә реклама яһау, аҡса һуғыу өсөн ниндәй генә түбәнселеккә бармай. Үкенесле, аҡсаның еҫе юҡ шул. Данир Сабиров сәхнәлә ҡылған ытырғаныс күренеш барыһы өсөн дә һабаҡ булырға тейеш. Бер әртискә лә икенсе милләттең милли тойғоларын кәмһетеү, мыҫҡыл итеү хоҡуғы бирелмәгән. Беҙ, мәҫәлән, башҡорт әртистәренең ошондай түбәнселеккә барыуҙарын күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Ундайҙарҙы беҙҙә сәхнәнән генә түгел, ғөмүмән, илдән ҡыуалар.

Шулай итеп, Данир Сабиров ғәфү үтенә. Әлеге ғәфү үтенеүҙе ентекләп уҡығыҙ. Аҡланырға тырышыу, түбәнселек, меҫкенләнеү аҡ ҡағыҙ битенән ағып торған һымаҡ. Быларҙы Данирҙың намыҫында ҡалдырайыҡ. Ә барыбер Данир һымаҡтарға сәхнәлә урын булырға тейеш түгел.
Үкенескә ҡаршы, Башҡортостан сәхнәләрен күршеләр тарафынан яулау йылдан-йыл көсәйә бара һәм күптән сәйәси төҫ алды. 2020 йылда үткәреләсәк Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан был баҫым уғата әүҙемләшәсәк. Онотмайыҡ, 2002, 2010 йылғы сараларҙа тап шулай булды.
Концерт төркөмдәренең репертуарын, йөкмәткеһен, сығыштарын кем раҫлай? Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында, ауылдарында күпләп төҙөлгән заманса мәҙәниәт һарайҙарында кемдәр сығыш яһап, аҡса эшләй? Данирҙың ытырғаныс оятһыҙлығынан һуң һәр сығыш ныҡлы контролгә алынырға тейеш. Юғиһә, беҙҙең киң күңеллелектән файҙаланып, беҙҙе мыҫҡыл итергә, татыулыҡты боҙорға, үҙҙәренең шикле сәйәсәттәрен тормошҡа ашырырға теләүселәр ишәйә башланы.

Читайте нас: