“Шоңҡар”ҙың үҙ юлы, үҙ уҡыусылары, үҙ традициялары бар, ул йәштәрсә ҡыйыулығы, тәүәккәллеге менән айырылып тора.
Хәҙер күптәр интернет селтәрҙәрендә гиҙеүҙе хуп күрһә лә, “Шоңҡар” үҙенең уҡыусыларын һаҡлап ҡалды.
Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында әҙәбиәт һөйөүселәр журналдың юбилейын билдәләйәсәк.
Байрамың менән, “Шоңҡар”! Һин “Ағиҙел”дең “Аҡбуҙат” һымаҡ яратҡан сабыйы, уға лайыҡ бул. Әйҙә, “Шоңҡар”ыбыҙ, илгә, милләткә, мәҙәниәткә бергә хеҙмәт итәйек!