Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Апрель 2019, 10:51

Өфөгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйыла. Был йыйынға беҙ ҙур өмөт менән ҡарайбыҙ.

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе бөтә Рәсәй съезы эшен башлаясаҡ. Был йыйындың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Мәғариф өлкәһендә проблемалар бик күп. Үкенескә ҡаршы, туған телдәрҙе уҡытыу йәһәтенән дә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең кәмеүе, уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыуы тураһында хәбәрҙәр даими килеп тора. Дәүләт теле булған башҡорт телен уҡытыу өсөн ата-әсәләрҙән ғариза йыйыу ҙа аңлашылмай. Мәҫәлән, химия, физика йәки тригонометрия уҡытыу өсөн бындай ғариза талап ителмәй.
Бер съезда ике-өс көн эсендә барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итеү мөмкин түгел. Иң мөһиме шул, иң юғары кимәлдә етешһеҙлектәр хаҡында етди һөйләшеү буласаҡ. Әсә теленә өйрәнеү, уны һаҡлау һәр ғаиләнән башланырға тейеш. Урындарҙағы балалар баҡсалары, мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары башҡорт телен өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезына уңышлы эштәр теләйбеҙ!
Читайте нас: