Йырсыбыҙ тағы ла сәхнәне ҡалдыра. Апрель аҙаҡтарында Кремлдең ҙур һарайында концерт буласаҡ. Алты меңдән ашыу билет бер нисә сәғәт эсендә һатылып бөткән. Ни хаҡ торған инде билеттар? Балкондағылары – 3500 һум, партерҙа – 9000 һум.
Билеттарҙы интернет кассалар аша ла алырға мөмкин. Хаҡтар, әлбиттә, ҡиммәт, билеттар юҡ. Балконда 15 мең һум, партерҙа 321 һум. Хушлаша, тәк, хушлаша апайыбыҙ. Шуныһы йәл, 321 мең һумға ла билеттар юҡ, ти бит әле. Ярай, һуңынан күрһәтәләр ул, һанлы телевизор аша ғына ҡарарбыҙ ҙа ҡуйырбыҙ.