Дөйөм мәҡәләләр
10 Апреля 2019, 12:39

Яҡташтары Марат Ишемғоловты онотмай. Районда уның исемендәге шахмат-шашка турниры үтте.

Ауырғазыларҙың үҙҙәренең мәрхүм башлығы Марат Баязит улы Ишемғоловты онотмауҙары маҡтауға лайыҡ. Үҙе лә ябай, ихлас, ярҙамсыл етәксе ине, ул эшләгән йылдарҙа район алдынғылар сафында нығынды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Марат Баязит улы яҙыусыларҙың яҡын дуҫы булды, яратҡан шиғырҙарын яттан һөйләр ине. Ул эшләгән йылдарҙа милли матбуғатҡа иғтибар ҙур ине.
Башлыҡ иҫтәлегенә арналған шахмат-шашка турниры икенсе тапҡыр ғына ойошторола, ләкин ул халыҡ араһында танылыу яулап өлгөрҙө. Ауырғазыларға рәхмәт, улар үҙҙәренең күп яңылыҡтарға юл асҡан етәкселәрен онотмай.
Читайте нас