Шоу-бизнес булһынмы, эстрадамы, сәхнәме – иң тәүҙә аҡса һуғыуға ҡоролған. Аҡса эшләүҙең иң анһат юлы – мөмкин тиклем шау-шыулы, низағлы, бәхәсле, ябай кешене ытырғандырырлыҡ реклама. Руслан Белый менән Данир Сабиров хаҡында ошо көнгә тиклем ишеткәнем-белгәнем юҡ ине. Хәҙер уларҙың икеһен дә бөтәһе лә белә. Сөнки улар үҙҙәренә реклама яһауҙың арзан һәм ерәнгес юлын һайлаған.
Иң аяныслыһы шул – Руслан менән Данирҙың бушлай реклама кампанияһына ҡеүәтле көс булып беҙ килеп ҡушылдыҡ. Хәҙер уларҙы эстрада донъяһы башҡорттарҙан көлөргә батырсылыҡ иткән ике малай тип белә һәм тамашаларына билет эҙләй, афишаларҙы барлай. Ошо беҙгә кәрәк инеме? Дөрөҫ, уларға ҡарата ниндәйҙер сара – административ булһынмы, әңгәмәме – күрелергә тейеш.
Беҙҙә ҡарап тороуға ипле генә бер апай бар. Белем кимәлен белмәйбеҙ. Шуға көнөбөҙ төшә бит! Башҡорттар китап уҡыймы ни, һеҙгә журнал кәрәкме ни ул, тип һөйләнә. Данир хаҡында һүҙ сыҡҡас, ошо апайҙы (рәхмәт яуғыры, үҙе тыңлай бит әле) иҫкә төшөрҙөм. Айырма бик әҙ, тойолмай, тип әйтерлек. Шул апайҙы кемегеҙ белә ине? Юҡтыр. Бына хәҙер күбегеҙгә таныш. Иҫән-һау булһын.
Данирҙы 2019 йылдың аҙағына тиклем беҙгә килеүҙе һәм сығыш яһауҙы тыйырға, тигән тәҡдим ишетелде. Борсолмайыҡ, ул хәҙер Башҡортостанды үҙе урап үтәсәк. Ни өсөн? Сөнки ул хәҙер рекламаға мохтаж түгел.