Туҡталып ҡалдыҡ. Һаулыҡ һораштыҡ. Буранбай ағай миңә китаптарын тотторҙо ла, береһен тотоп тәҙрә яңағына һалып автограф яҙырға тотондо. Яҙып бөткәс, Мостай ағайға тотторҙо. Халыҡ шағиры китаптың тәүге битен асып яҙғандарын уҡып ишеттерҙе: "Мостай ағай! Шиғыр ошолай була ул!"
Уҡыны ла, китабын ябып, авторға ҡарап, тик үҙенә генә хас кинәйә менән йылмайып:
– Ярай, Буранбай, хәҙер китабыңды уҡып сыҡҡас, шиғырҙың нисек булғанын белермен инде, – тине.
Буранбайҙың ошо китабына бәйле тағы бер мәрәкәһе. Беҙ унан:
– Был китабың "Аҡ менән ҡара" тип атала. Артабанғыһының исеме нисек була инде? — тип һораныҡ.
– "Аҡ менән коньяк" тип яуапланы ул.