Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Апрель 2019, 11:13

Беҙҙе имен төбәктәр исемлегенән эҙләгеҙ. Халыҡ-ара агентлыҡ Башҡортостанды яҡшылар иҫәбенә индерҙе.

Халыҡ-ара Moody’s рейтинг агентлығы быйыл һәм киләһе йылдарға Рәсәйҙең иҡтисади йәһәттән иң уңышлы төбәктәрен иғлан итте. Был исемлектә Ханты-Мансы автономиялы округы, Башҡортостан һәм Татарстан иң көслөләр иҫәбендә урын алған.

Агентлыҡ билдәләүенсә, сеймал етештереүсе төбәктәр, нефткә хаҡтар тотороҡло юғары һаҡланғас, тормош именлеген, йәшәү сифатын түбән төшөрмәй.
Тормош ауыр, хаҡтар юғары, эш юҡ, тип зарланырлыҡ сәбәптәр көн һайын табылып торһа ла йәшәйешебеҙ ул тиклем үк насар түгел шикелле. Аллаһына шөкөр итәйек, бирешергә һис тә ваҡыт юҡ. Эш хаҡын да, пенсияһын да ваҡытында түләйҙәр, ана, гөрләтеп яҙ килә, ниһайәт, ҡараға ла ныҡлы баҫтыҡ, урамдарҙа тыныс һәм именлек.
Тормошобоҙҙоң беҙ күрмәгән, беҙ тоймаған, хатта һиҙмәгән өҫтөнлөктәре байтаҡ, шуның ҡәҙерен беләйек.

Фото: proufu.ru
Читайте нас: