Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Апрель 2019, 18:03

Өс йәшлек тел белгесе

Ҡыҙым көҙгө алдына баҫҡан да, ауыҙын асып, тамағына бармағы менән күрһәтеп, миңә нимәлер аңлатырға итә: - Атай, ... ҡыҙыҡ ҡына, - ти. - Нимәң ҡыҙыҡ ҡына, тиһең?" - тип, ҡат-ҡат һорағас,аңлап ҡалдым:

"Йотоғом ҡыҙыҡ ҡына", - ти икән. Тамаҡ тигән һүҙҙе әлегә белмәгәс, әллә аңҡауын, әллә бәләкәй телен көҙгөнән күреп ҡалған да, шуны аңлатырға маташыуы икән. Шуға иғтибар иттем, ҡыҙым уйлап сығарған яһалма һүҙ башҡорт теленең һүҙъяһалыш ҡанундарына ҡаршы килмәй: сингармонизм да бар, "ҡ"-ның "ғ"-менән сиратлашыуы ла... Тимәк, БДУ-ның Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған әсәһе, кәләшем Гөлнар Наил ҡыҙы, үҙенең Ейәнсураларса һутлы теле менән ҡыҙыбыҙҙың телмәре үҫешенә бик яҡшы йоғонто яһай.
Читайте нас: