Ярай, ҡотолдоҡ, киләһе миҙгелгә тиклем ял итергә мөмкин. Ә былай халыҡ ҡәнәғәт таралған һымаҡ тойолдо. Ҡәнәғәт булмай, күпме хис-тойғо, шатлыҡ һәм үкенес, адреналин байтаҡ эшкәртелде.
Еңеү генә түгел, еңелеү ҙә берләштерә икән. Халыҡ Өфө-Аренанан бик оҙаҡ таралды. Урыны-урыны менән йыйылышып, уйынды яңынан барланылар.
Ярайығыҙ, августҡа тиклем ял итегеҙ. Киләһе миҙгел дә ошондай кисерештәргә мул булһын, тип теләйек. Иҫән-һау тороғоҙ!