Былтыр Башҡортостанда 47411 бала тыуған, шул иҫәптән 22807 ҡыҙыҡай, 24264 малай. Статистика 10 ҡатындың әсәлек бәхетен 48 йәштән 51 йәшкә тиклем татыуын дәлилләй. Тик улар 2013 йылда 54 йәшендә бала тапҡан ҡатынға етә алмаған.
Балалар беҙгә кәрәк, тыуған ил эшсе ҡулдарға һәр ваҡыт мохтаж. Тик 13, 14 йәшлек ҡыҙ балаларҙы әсә урынында күреү һеҙҙә ниндәй тойғолар уята? Был хаҡта әллә күпме бәхәс ҡуйыртырға булыр ине.
Ҡыҙҙарығыҙҙы Хоҙай һаҡлаһын, үҙегеҙ ҡарағыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙ мәктәптә уҡып, түңәрәктәргә йөрөп, уйнап ҡалһындар.