Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Апрель 2019, 11:10

Гүзәл Рамазан ҡыҙы дөрөҫ әйтә. Зыялы, түҙемле, сабыр булайыҡ.

Интернеттың мөмкинлектәре киң, ә яуаплылыҡ яңынығынған ваҡыт. Кешенең, шәхестең, милләттең абруйын төшөргән, яла яҡҡан, ялғанмәғлүмәт таратҡан өсөн яуап бирергә, йәғни штраф түләргә һин ризамы? Хәҙерялған хәбәргә лайк, репост өсөн шартына килтереп яуап бирергә тура килмәгәйе.

Күршеләр менән бәйле айырым кешеләр, мәҡәләләр, сығыштар айҡанлы ла һирәк-мирәк мөнәсәбәт асыҡлауҙар булып тора. Күршене һайлап алмайҙар, күршеләр – Хоҙайҙан, тигән мәҡәлдәр беҙгә ата-бабаларҙан ҡалған, беҙ уларҙы иҫтә тоторға һәм һаҡларға бурыслыбыҙ. Ни хәл итәһең, Аллаһ Тәғәлә булһынмы, яҙмышмы, тормош һынауҙарымы – беҙҙе ерҙең бер өлөшөндә мәңгелеккә бергә йәшәргә насип иткән. Беҙ уларҙан, улар беҙҙән өйрәнгән. Шулай булғас, бәхетен дә, шатлығын да, ҡайғыһын да, хәсрәтен дә уртаҡлашып йәшәргә тура киләсәк.
Ниндәйҙер мәҙәниәт әһеле, беҙҙән көлмәк булып, бейеү ижад итә, беҙҙе кәмһетергә теләй икән, үҙенең мәҙәниәттән алыҫ тороуын ғына күрһәтә. Башҡорттар араһында шундай, башҡа милләтте кәмһетеүсе кешенең табылмауы минең күңелемде тынысландыра. Ни хәл итәһең, беҙ киң күңелле халыҡ, ата-бабаларыбыҙ шулай булған, балаларыбыҙ беҙҙең һымаҡ буласаҡ. Бер тәрбиәһеҙлек икенсеһен тыуҙырырға тейеш түгел. Татыу һәм берҙәм булайыҡ!
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: