Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв: “Башҡортостан етәксеһе “Салауат Юлаев” хоккей командаһын бер ҙә юҡҡа миҫал итеп килтермәне. Бөтә республика яратҡан командаһының еңеүен теләне. Республикалағы барлыҡ һәйбәт һәм изге башланғыстарҙы бергәләп дауам итәйек”, – тип билдәләне.
Радий Хәбиров әйтеүенсә дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан ауылдарында һәм ҡалаларында йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыртыуға алдағы алты йыл эсендә 175 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Бик күп социаль объекттар – дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар төҙөләсәк, газ һәм һыу торбалары һалынасаҡ.
Һалымдар йыйыу буйынса республика Волга буйы федераль округында – 1-се, Рәсәйҙә 8-се урынды алып тора. Һалым сәйәсәте һөҙөмтәлелеге йәһәтенән республика Рәсәйҙә тәүге өсәү иҫәбендә. Былтыр Федераль бюджет системаһына 600 миллиард һум һалымдар күсерелгән. Ыңғай үҫеш быйыл да дауам итә, һалымдар 11,5 процентҡа артығыраҡ йыйылған.