Өфөләр 70-се йылдар аҙағында булған бер ваҡиғаны яҡшы хәтерләй. СССР һәм Чехословакия командалары уйнағанда беҙҙекеләр тәүҙә еңелә башлай. Шул ваҡыт Өфөнөң ҙур предприятиеларының береһенең баш инженеры инфаркт ала. Табиптар килеп өлгөрмәй, инженер вафат була. Был осраҡ хаҡында хатта үҙәк мәғлүмәт саралары ла хәбәр итте. Мәрхүмде ерләргә бик күп кешеләр килә. Әйткәндәй, юғарыла иҫкә алған уйын беҙҙекеләрҙең еңеүе менән тамамлана.