Аҙмы-күпме, үҙем белгәнсә бөгөнгө уйындың әһәмиәтен төшөндөрмәксемен. Һәр нәмәне аҡсала һәм проценттарҙа иҫәпләп өйрәнгән япондар яҡташтары олимпия уйындарында яулаған бер алтын миҙалдың илдең етештереү күләмен 0,01 процентҡа арттырыуын иҫәпләп сығарған. Ҡыҫҡаһы, халыҡ ҡыуана, дәртләнеп эшләй, етештереү арта.
Йәшермәйек, беҙ ҙә еңеү көтәбеҙ. Беҙҙекеләр еңде, тип һөрәнләп, ошо берләштереүсе еңеү рухы менән ҡыуанышып йөрөгөбөҙ килә.
Бәлки, белмәйһегеҙҙер, беҙҙең “Салауат Юлаев” командаһының йыллыҡ бюджеты, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2,5 миллиард һумдан 3 миллиард һумға тиклем тәшкил итә. КХЛ-да иң ҙур бюджет түгел. Һәр командаға сит илдәрҙән легионерҙар (ялланып уйнаусылар) йәлеп итергә рөхсәт бар. Уларҙың йыллыҡ эш хаҡы контракт буйынса бер нисә йөҙ миллион һум тәшкил итеүе ихтимал.
Легионерҙар менән урындағылар бергә уйнай, ләкин бик аҙ аралаша. Хикмәт телде белмәүҙә генә түгел, йәшәү рәүеше, традициялар ифрат айырыла. Ялланып уйнаусыларҙың йондоҙ булыуы мөһим. Ни хәл итәһең, беҙҙең ябай тамашасы сағыуҙарҙы ярата. Ҡайһы бер әсе теллеләр әйтеүенсә, һеҙҙең йондоҙло команда урындағылар иҫәбенә артыҡ көсһөҙләндерелгән һәм уның ыңғай һөҙөмтә күрһәтеүе мөмкин түгел. Үҙҙәре беҙҙең иң көслө уйынсыларҙы (Овечкин, Кучеров, Ковальчук, Василевский, Радулов, Бобровский һ.б.) йыл һайын ҙур аҡсаға һатып алып торғас.
Нимә генә булмаһын, нисек кенә баһаламаһындар, беҙҙекеләр уйнай. Беҙҙең талап, әлбиттә, еңеү. Барыһын да еңеп, Гагарин кубогын яулап, урам шаулатып бер үтһәк, ниндәй күңелле булыр ине. Хәйерле хоккей кистәре һеҙгә! Иҫән-һау булайыҡ.