– Салауат ҡалаһында “Газпром” компанияһының предприятиелары төркөмө нигеҙендә ҡеүәтле нефтехимик кластер төҙөү хаҡында һүҙ бара. Ошонда индустриаль парк йәйелдереү ҡалала үҙенсәлекле сәнәғәт кластеры төҙөүгә булышлыҡ итер ине. – тине Радий Хәбиров. – Республика етәкселеге парк өсөн кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү хаҡында уйлай башланы. Ошо маҡсат менән төбәк хөкүмәте РФ Мәғариф министрлығына Өфө Дәүләт нефть техник университетында донъя кимәлендәге ғилми тикшеренеү үҙәге ойоштороу хаҡында тәҡдим менән сыҡты.
Индустриаль парк, беҙҙең аңлауыбыҙса, ябай сәнәғәт үҙәге түгел, ул иң тәүге сиратта – өр-яңы технологиялар, тәжрибә үҙәге, урындағы һалымдар, инвестициялар һәм заказдар. Импортты алыштырыу шарттарында һәм санкцияларҙың оҙайлы буласағын күҙ уңында тотҡанда бындай ҡеүәтле парк эшмәкәрлегенә ихтыяж ҙур.
Әлбиттә, мөмкинлектән файҙаланып, хәҙер инде онотолоп барған йәки икенсе һыҙыҡҡа күскән экология проблемаларын күтәреп сығыусылар ҙа табылыр. Элекке “Салауатнефтеоргсинтез”дың етештереү ҡеүәттәре элекке һымаҡ тиҫтәләрсә миллион тонна сеймал эшкәртеү менән иҫәпләнмәй. Хәҙер етештереү кәмене, технологиялар ҙа яңырҙы. Шуға күрә заманса парк өсөн “Газпром” компанияһының майҙандарынан да уңайлы урын табыуы ҡыйын, ошо төбәктәге социаль проблемалар ҙа, мәҫәлән, эшһеҙлек, эшҡыуарлыҡты үҫтереү ҙә хәл ителер ине.