Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2019, 14:00

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. "БУРАНБАЙҘЫ ҺАҒЫНҒАНДА — 5"

Буранбай Исҡужин үҙенең "Аҡ менән ҡара" тигән китабына ошолайыраҡ автобиография яҙғайны: "Мин тыуған саҡта уҡ халҡым өсөн бөйөк эштәр башҡарырға тейеш икәнлегемде белә инем. Әммә үҙемде арнарлыҡ шөғөл таба алғансы, оҙаҡ йылдар үтте...

...Унынсыны тамамлағас, складҡа ҡарауылсы итеп ҡуйҙылар. Төндә яңылыш ҡына йоҡлап китеүем арҡаһында янғын сығып, склад көл-күмергә ҡалды. Күп итеп штраф һалдылар ҙа, эштән ҡыуҙылар. Тракторсылар курсын тамамлап, тыуған совхозыма хеҙмәт итергә тотондом. Унда ла төндә яңылыш күрше совхоздың ерен үҙебеҙҙекенә ҡушып һөрөп ташлағанмын икән. Күрше совхоз премия бирҙе, үҙебеҙҙекеләр эштән ҡыуҙы… Артабан да бик күп ерҙәрҙә эшләнем, әммә халҡыма хеҙмәт итерлек үҙем өсөн тәғәйен шөғөлдө таба алманым. Аптырағас, башҡа эшкә ҡушмаһындар өсөн, уҡ ҡулымды ҡырҡып ташланым да, һулы менән яҙышырға ултырҙым».
Тик цензура китабына автобиографияһын үткәрмәне. Китап баш һүҙһеҙ сыҡты.


Читайте нас: