Ғөмүмән, эсеүҙән баш тартырға теләһәң, сәбәбен табырға мөмкин. Мәҫәлән, һуңғы ҡыңғырау, йәштәр байрамы, белем көнө һымаҡ сараларҙы үткәргәндә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы туҡтатып ҡарарға кәрәк.
Был тәҡдимдәргә ҡарата фекерҙәр төрлөсә булыуы бик ихтимал. Ләкин бөгөн ул ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Эскелектең таралыуы күптәрҙең үҙәгенә үтте. Шулай булғас, төрлө алымдарҙы файҙаланып ҡарарға тура килә.