Тормошҡа һөйөү менән баҡҡан, ыңғай холоҡлолар (позитив тип аңлағыҙ), физик йәһәттән күп эшләгәндәр оҙаҡ йәшәй, тиҙәр. Шулайҙыр. Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡшы хис-тойғоларға мансылып йәшәү ҙә ярҙам итәлер.
Рәшит Солтангәрәев тулыһынса ижадҡа күмелгән, яҙыуҙан башҡа тормошон күҙ алдына килтермәгән әҙиптәрҙән ине. 90-сы йылдарҙа тормош ауыр булды. Аҡсаһыҙлыҡ, дефицит, сәйәси билдәһеҙлек. Алда шомло һәм аңлайышһыҙ 2000 йыл. Рәшит ағайҙың бер нисә тапҡыр: “2000 йылды күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем”, – тигәнен ишеткеләнем, ләкин иғтибар итмәнем. Ваҡ-төйәк һымаҡ тойолдо. Һуңынан, асыҡланыуынса, ошо һүҙҙәрҙе башҡа ҡәләмдәштәрем дә ишеткән икән.
Оҙаҡламай яҙыусы Динис Бүләковтың 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Ошо айҡанлы ҡыҙҙары Ләйсән, Зөһрә һәм Миләүшә “Ағиҙел” журналы өсөн Нияз Мәһәҙиевҡа һәм Зөһрә Ҡотлогилдинаға интервью биргән. Динис ағайҙың: “Әсәйемдең йәшенә етһәм ине”, – тип теләгән һүҙҙәре тетрәндерҙе.
Хәҙер теүәл йылын хәтерләмәйем, “Казан утлары” журналы ҡыш драматург Туфан Миңнуллиндың мемуарҙарын баҫа башланы. Әҙиптең баш һүҙендә: “Минән йыш ҡына, нимә яҙыуым менән ҡыҙыҡһыналар. Мин уларға, үлергә әҙерләнәм, тип яуап бирәм”, – тигән һүҙҙәр бар.
Өс кенә миҫал, хәтерҙә ҡалған бәләкәй генә ярсыҡтар. Ярсыҡ түгел, бәлки, осҡондор. Оса ла, һүнә.
Рәшит Солтангәрәев 2000 йылдың ноябрь баштарында вафат булды.
Динис Бүләков 50 йәшен үткәреп, 51 йәше тулыуға һанаулы ғына көндәр ҡалғас, 1995 йылдың 14 мартында арабыҙҙан китте. Әҙиптең әсәһе 51 йәше тулыр-тулмаҫ вафат була.
Туфан Миңнуллин юғарыла иҫкә алған мемуарҙар сыға башлағандан һуң май айында мәрхүм булды.
Үҙегеҙгә юғары маҡсаттар ҡуйып, оҙаҡ йәшәгеҙ.