Ә беҙҙең хөкүмәт, белеүебеҙсә, пенсияға сыҡҡансы ат урынына арымай-талмай эшләгән һәм тәүге пенсия аҡсаһын алғандың икенсе көнөнә шым ғына ятып үлгән кешене ярата. Кеше юҡ, улай булғас, мәшәҡәттәр ҙә юҡ. Иң мөһиме, пенсия янда ҡала.
Рәсәйҙә эксперттар шуға иғтибар иткән: беҙҙең илдә ирҙәр аҙ йәшәй, ләкин һаулығына зарланып йөрөмәй. Улай ғына түгел, беҙҙәге ирҙәр үҙҙәренең һаулығын яҡшы йәки ҡәнәғәтләнерлек, тип баһалай. Поликлиникаға ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 1,5 тапҡырға аҙыраҡ йөрөй, тормошҡа зарланмай, барына ҡәнәғәт.
Ә һеҙ ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ун йылға аҙыраҡ йәшәгәнен белә инегеҙме? Африка илдәрен иҫәпкә алмағанда, үҙегеҙ беләһегеҙ, улар менән ярышыу оят, ун йыллыҡ айырма бер илдә лә күҙәтелмәй.
Күңелһеҙ һандарға ҡарамаҫтан, ирҙәрге мохтажлыҡ артабан да киҫкенләшә
барасаҡ. Ирегеҙгә бер иғтибарлап ҡарағыҙ әле, бәлки, ул ауырып, сирен йәшереп
йөрөйҙөр. Шуға, етәкләп алығыҙ ҙа, дауаханаға атлағыҙ. Диспансеризация шарттары
ҡатмарлы түгел. Әгәр уны бөгөн етәкләп алмаһағыҙ, оҙаҡламай һеҙҙең үҙегеҙҙе
ҡулығыҙҙан тотоп йөрөтөүсе булмағайы. Ә был һеҙгә кәрәкме?