Хәҙер мәҙәниәт һарайҙары ла, һуңғы 20 йылда уларҙы беҙ байтаҡ төҙөнөк, аренда аҡсаһы эшләйем тип репертуарға бик иғтибар итмәй, тигән фекер бар. Дөрөҫ, һәр нәмәнең сиге булырға тейеш. Бәлки, был материалды үҙебеҙҙең мәҙәниәт министрлығына күрһәтеп ҡарарға кәрәктер?