Иң тәүҙә шайбалар нисбәте хаҡында. “Авангард” ике шайба индерҙе, беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, икәүҙе һуҡтыҡ. Уйын һәүетемсә генә бара ине, анау үҙебеҙҙең Емелин 2 апрелдәге уйында ныҡ ҡына үҙ өлөшөн алғайны, шуны онотмаған, күрәһең. Уйын тигәнебеҙ шыпа дөмбәҫләшеүгә әйләнде. Баяғы, күпселек бындай тамашаны ярата, хоккей аренаһы геү килеп торҙо. Өйҙәрҙә нисек булғандыр, ниндәй һүҙҙәр ишетелгәндер, белмәйем. Ярай ҙа ҡағыҙға төшөрөрлөктәре булһа.
Ҡыҫҡаһы, һеҙ иҫәпте беләһегеҙ, беҙҙекеләр еңелде. Иртәгә ошо мәхшәр Балашихала тағы бер ҡабатланмағайы. Йә инде, илһеҙ-йортһоҙ, маҡсатһыҙ команданан еңелеп тор инде. Бәлки, белмәйһегеҙҙер, “Авангард” командаһы, Омск ҡалаһында талаптарға яуап биргән хоккей майҙаны булмау сәбәпле, быйылға Мәскәү эргәһендәге Балашиха ҡалаһында төйәкләй. Үәт, беҙ шул мосафирҙарға еңелдек. Уф, ояты ни тора! Күршеләр ишетһә, ҡыуаныр инде.