Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы эргәһендә Һаҡмар буйында туҡталдыҡ. Шул тиклем дә матур яҡтар булыр икән! Саф һыулы Һаҡмар, болотто эләктереп торған ҡая, ҡоштар һайрай, бөжәктәр йөҙ төрлө тауыш сығара. Һыу ситенә шаптырлап ҡыр ҡаҙҙары килеп ҡунды ла, беҙгә иғтибар ҙа итмәй үлән сүпләй, йыуына башланы. Былар осоп китеүгә, икенселәре килеп төштө. Сәскәгә күмелгән яр ситенән йылы һыуға сумабыҙ. Күңелле, тәбиғәттең ыуыҙ ғына сағы.
– Йәйҙе яратмайым, – тип уфтанғандай итте Рәшит ағай. Беҙ баҙап ҡалдыҡ. Мин, аптыранып, уға баҡтым. Ошондай йәйҙе нисек яратмаҫҡа мөмкин? Күрмәйһеңме ни, Һаҡмар һыуы яңы һауылған һөт һымаҡ йылы, тәбиғәт бар байлығын ошонда сығарып һалғандай – ҡара, һоҡлан, ауыҙ итеп ҡара, ғәжәп ҡалырлыҡ түгелме ни?
– Йәйҙе яратмайым..., – тигән һүҙҙәр һаман да ишетелгән һымаҡ. Ағай оҫта яҙыусы булды, кешеләргә асыҡ йөҙөн йәшермәне. Хәйләләп, үҙ мәнфәғәтен көҫәп, харам эҙләп йөрөгәнен хәтерләмәйем. Үҙе тапҡандың баһаһын белде. Тормошоноң ябайлығы әле лә ғәжәпләндерә, әйтһәм, әйтәйем, эш бүлмәһендә бер шкафтан башҡа йыһазы ла юҡ ине. Әлбиттә, уның холоҡ-фиғелен асмай ине йәйгә ҡарата дөйөм кәртәләргә һыймаған фекере. Яратмай икән, яратмай, бына миңә ҡыш оҡшап бөтмәй, бер нисә кеше яратмағандан, ҡыш булмай ҡалмай, ер ишелеп төшмәй.
– Йәйҙе яратмайым..., – тигән һүҙҙәрҙе мин башҡа кешенән ишеткәнем юҡ ине. Әле Рәшит ағай, барыбыҙҙы аптыратып, әйтте лә ҡуйҙы. Хәйер, әйтмәне, үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы. Бәлки, беҙгә төбәп түгел, үҙенә генә өндәшкәндер.
– Нисек йәйҙе яратмайһың? – тинем мин аптырап.
– Эйе, йәйҙе яратмайым, – тине ағай, эстән генә һуҙып уфтанғандай итте. – Йәйҙән һуң көҙ килә бит...
Яҙыусы вафат буласаҡ ноябрь баштарына биш айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалғайны.
...Йәмле йәйҙән һуң һағышлы көҙ килә шул. Шул һөйләшеүҙән һуң ике тиҫтәләп йәй, ике тиҫтәләп көҙ үтте. Һәр йәйҙе һағышланып, һағайып ҡаршы алам. Йәйҙе яратыр өсөн нисә йәштә булырға кәрәк икән?