Дөрөҫ, мәғариф өлкәһендә проблемалар етерлек, айырыуса туған телдәрҙе уҡытыу аныҡ аҙымдар көтә. Мәктәптәрҙән башҡорт телен уҡытыуға ҡарата иғтибарҙың һәм сәғәттәрҙең кәмеүе хаҡында күңелһеҙ хәбәрҙәр килә. Үкенескә ҡаршы, ата-әсәләр ҙә туған телде уҡытыуға ҡарата һүлпәнлек һәм битарафлыҡ күрһәтә.
Съезд да үтер, идаралыҡ та төҙөлөр, тик улар ғына етешһеҙлектәрҙе хәл итмәҫ. Дәүләт үҙенең ҡулынан килгәндең барыһын да эшләр. Иң беренсе сиратта туған телде һаҡлау, өйрәнеү һәм яратыу һәр ғаиләләнән башланырға тейеш. Милли матбуғатҡа яҙылыуҙы ғына алайыҡ. “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел”, “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” һымаҡ һоҡланып уҡырлыҡ баҫмаларыбыҙ бар. Алдыралар, тимәк, туған телгә битараф түгелдәр. Ә гәзит-журналдарға яҙылмағандарға ниндәй баһа бирергә?