Ошо көтөлмәгән аҙым менән республиканың хәҙерге етәксеһе Радий Хәбиров тағы ла бер тапҡыр үҙенең аҡыллы, элекке низағтарҙан ситтә һәм юғары торған сәйәсмән икәнлеген раҫланы. Ысынлап та, республикала хәл итеүҙе көткән проблемалар бихисап, артабан да мөнәсәбәт асыҡлау өсөн ваҡыт та, сәбәптәр ҙә юҡ, ҡулға-ҡул тотоношоп, ең һыҙғанып, эшләргә кәрәк. Үҙ-ара көрәш, интригалар заманы үтте, келәм аҫтындағы айҡашыуҙар оҫталарына хәҙер ихтыяж юҡ. Сөнки келәм өҫтөнән ныҡлы баҫып атлап йөрөүсе бындай ваҡлыҡтарға юл ҡуймаясаҡ.