Ҡалаға килгәс, эрерәк, ҙурыраҡ, текәрәк, ҡыйғырыраҡ, тауышлыраҡ ҡарлуғастарҙы күрҙем. Ҡала ҡарлуғастары, русса стрижи, тип атала, тине ҡәләмдәшем Дамир Шәрәфетдинов. Бәлки, хаталанамдыр, һәр хәлдә, Дамир хаталанмаҫ.
Шулай итеп, егәрле, талымһыҙ ҡала ҡарлуғастары менән ҡырҡ йыллап ғүмерем бәйләнгән. Ҡайҙа барһам да, йәй буйы оҙатып йөрөйҙәр. Улар осоп килдеме, бер-береһен эҙләп, һауа яңғыратып, ҡысҡырышып ҡыйылһынмы – йәй башлана. Мотлаҡ рәүештә бүлмәмдең тыш яғынан тәҙрә тупһаһына ҡағылған тимер аҫтына оя ҡоралар. Өйҙәш, йәки тәҙрәләш һымаҡ була инде. Ғаилә тормошон, үҙегеҙ беләһегеҙ, төрлө саҡтар була, кешеләрҙекенән айырылмай, тип әйтерлек. Йыл һайын йомортҡа һалалар, ҡошсоҡтарын сығаралар, алмаш-тилмәш иртә таңдан ҡараңғыға тиклем аҙыҡ ташыйҙар. Мәңге туя белмәҫ ҡошсоҡтары туҡтауһыҙ ашарға таптыра, сиратты һаҡлауҙы талап итеп, сәркелдәшә. Осорға өйрәнәләр. Һауалағы ҡошсоҡ, урамда тәүге аҙымдарын яһаған сабый һымаҡ, ифрат ышанысһыҙ оса, йә күтәрелә, кинәт төшөп китә. Бәлки, йығылып та ҡуялыр.
Һирәкләп, ата менән инә үҙ-ара боҙолошоп, мөнәсәбәт асыҡлай башлай. Түҙеп кенә тор инде, ҡаплаған тимер һелкенгәндәй тойола. Хәйер, быныһы һирәк була торған хәл.
Миңә ҡалһа, йәйҙе ошо ҡарлуғастар ҡанаттары менән алып килә һәм алып китә һымаҡ. Матур йәйҙәр килтерегеҙ беҙгә, уңған ҡоштар! Йылы булһын, ямғыры ла ваҡытында яуһын, игендәр, емеш-еләк, йәшелсә уңһын.