Шатландырҙы, сөнки мин үҙемде ул дәрәжәлә үк һүҙе үтә торған кешелер, тип уйламай инем. Кемдер шулай фекерләй икән, минең өсөн был да насар түгел һымаҡ. Тимәк, маҡсатына баштар аша атлап ынтылғанда мине ярҙам итер, тип ышаналар. Ә был миңә кәрәкме?
Икенсенән, әлеге һорау йырып сыҡҡыһыҙ, хәл иткеһеҙ булыуы менән мине тәрән борсолоуҙарға дусар итте. Ни өсөн тиһәгеҙ, аңлатып үтәйем. Ниңәлер, белмәйем, әммә мин яһалма рәүештә ойошторолған еңеүҙәргә теше-тырнағы менән ҡаршы кеше. Аяғым аҫтында ятһа ла, үҙемдеке булмаһа, алмайым, бындай эш өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай торған арҡырымын, ни хәл итәһең... Был кирелегем менән нисек көрәшергә, уны нисегерәк еңергә белмәй, күптән төн йоҡоларымды юғалтҡанмын. Әллә ризалашырға ла ҡуйырғамы? Минән ярҙам өмөт итеүсе танышым алдында ла уңайһыҙ. Әлеге ярышты ойоштороусы менән яҡын уҡ булмаһаҡ та, бер-беребеҙҙең мәҡәләләрен уҡыған таныштарбыҙ. Өндәшһәм, моғайын, һүҙемә ҡолаҡ һаласаҡ. Тик, әлеге лә баяғы, намыҫ ҡушмай ҙа ҡуя.
Уф, ошо яҙмам мине борсоған икеле уйҙарҙан арынырға ғына ярҙам итһен
инде, тип теләйем. Эшем – эш, ашым – аш, йоҡом – йоҡо түгел бит. Хөрмәтле
дуҫтарым, һеҙгә өндәшәм: һеҙ миңә ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?