Үткән ял көндәрендә Өфө–Кушнаренко юлында ошо ауыл кешеһенең машинаһын тикшереү өсөн туҡтатҡас, багажниктан бишәр литрлы биш һауыт спирт табыла. Полицейскийҙар артабан тикшереү маҡсатында, әлеге кешенең йорт-ҡураһын ҡарай һәм һарайҙан 1300 литр ялған спирт ала. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эштәре бара.
Ә бына Ишембай районы Маҡар ауылында эскелеккә ҡаршы көрәш урындағы йыйында иғлан ителә. Сығыш яһаусылар ҡурҡып тормай, ҡайһы урамда кемдең ялған араҡы һатыуы хаҡында исем-фамилияһын һанай, биләмәгә ҡараған ауылдарҙа кемдәрҙең законһыҙ эш менән шөғөлләнеүен фашлай.