Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Апрель 2019, 12:17

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығы бара. Табип кәңәше һәр ваҡыт ярҙам итә.

Республикала һаулыҡ һаҡлау аҙналығы быйыл беренсе тапҡыр ойошторола. Ошо аҙналыҡ сиктәрендә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә һаулыҡ һаҡлауҙың өр-яңы ҡаҙаныштары менән танышырға, үҙеңә кәрәк булған табип менән кәңәшләшергә, төрлө һорауҙарға яуап алырға мөмкин.

Күргәҙмә сиктәрендә табиптар һәм белгестәр өр-яңы, заманса ҡорамалдар, эш алымдары менән таныша. Медицина тармағын ойоштороусыларға Рәсәй һәм донъя етештереүселәренең күрһәтерлек яңылыҡтары байтаҡ.
Күргәҙмә менән танышыусыларға күсмә лабораторияларҙың эшмәкәрлеге айырыуса оҡшай. Бында бушлай кәңәш алырға, һаулығыңды тикшертергә мөмкин.


Читайте нас: